Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 308 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

Таған Ғәлимйән Ғирфан улы

Таған Ғәлимйән Ғирфан улы (1 ғинуар 1892 йыл — 29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.

Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (Тағанов) 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусының (хәҙерге Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл исемле башҡорт ауылында хәлле ғаиләлә донъяға килгән.

Туған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡый, рус мәктәбен һәм мөғәллимдәр гимназияһын тамамлай. Артабан рус урта мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй.

Һалдатҡа алынғас, Тифлиста хәрби мәктәптә уҡып сыға. Беренсе донъя һуғышында батша армияһында кесе офицер — прапорщик званиеһында ҡатнаша башлай. Кавказ фронтында хеҙмәт итә.

1917 йылда Ғәлимәйән Таған Башҡорт милли хəрəкəтенә ҡушылып, 1919 йылда Башҡорт хөкүмәте Советтар яғына сыҡҡанға тиклем Башҡортостан автономияһы азатлығы өсөн көрәштең алғы сафында була. Бында ул башта Башҡорт армияһының 5-се уҡсылар полкының, һуңыраҡ 3-сө пехота полкының башлығы вазифаһында бихисап батырлыҡ күрһәтә. 1918 йылда Башҡорт хәрби шураһы составына инә, уның рәйесенең урынбаҫары була. Ваҡытлыса Ялан кантоны рәйесе эштәрен башҡара. Урал өлкә мосолмандар Шураһы ағзаһы була.

1918 йылдың 15—18 авгусында Ғәлимйән Таған менән Ғабдулла Ғәмбәров етәкселегендә 3-сө Башҡорт пехота полкының Өфөнән көнсығышта Иглин станцияһы янындағы Ырныҡшы тигән ерҙә Кашириндар менән өс көн һуғышып, башҡорттарҙың уларҙы ҡаты еңелеүгә дусар итеүҙәре тураһында әйтеп үтә һәм ошондай иҫкәрмә лә яһай: «Әммә большевиктар унда үҙҙәренең саҡ-саҡ үлемдән ҡотолоп ҡалыуҙарын «Уралда граждандар һуғышы» исемле китапта 3-сө Башҡорт полкының еңелеүе тип тасуирлай». Асылда хәл бөтөнләй икенсе төрлө була һәм, ғөмүмән, Ғәлимйән Таған етәкселек иткән ғәскәри бүлкәттәр, Муса Мортазин һымаҡ уҡ, Башҡортостан азатлығы өсөн барған һуғыштарҙа һис ваҡытта ла еңелеү белмәй.

1919 йылдың февралендә Башҡорт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәте Ҡыҙылдар яғына сығыуына ҡаршы була. 3-сө Башҡорт полкы менән Аҡтар хәрәкәтендә ҡала. Колчак ғәскәрҙәренә ҡушылған башҡорт частарының етәкселәренең береһе була. 1919 йыл аҙағынан Колчак ғәскәрҙәре менән бергә көнсығышҡа сигенә, был ваҡиғаны Ғәлимйән Таған «башҡорт яугирҙәренең боҙло походы» тип исемләй. 1920 йылдың 14 мартында Чита ҡалаһында башҡорт аҡ ғәскәрҙәре етәкселәре Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиев һәм Ғәлимйән Таған казак атаманы Г. М. Семёнов менән осраша, ул айырым башҡорт ғәскәрҙәре төҙөүгә булышлыҡ итәсәген белдерә. Рəсəйҙең көнсығыш сиктəрендəге Башҡорттарҙың хəрби‑милли идаралығы ойошторола, унда Таған штаб башлығы була, подполковник чинын ала.

Шуларҙы беләһегеҙме?

Ҡумыҙсылар сығышы
Ҡумыҙсылар сығышы
Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 22 октябрь ♦ Кисәге: 21 октябрь ♦ Иртәгә: 23 октябрь ♦ Барлыҡ көндәр ♦

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
  • Ер Ер: Тотлоғоп һөйләшеүселәр көнө.
    • Психофизика (Фехнер) көнө.
    • Ксерокопияның тыуған көнө.
    • Ҡағыҙһыҙ көн (октябрҙең 4-се кесаҙнаһы).
    • CAPS LOCK (Caps Lock Day) клавишаһы көнө.
Милли
Һөнәри

22 октябрь юбилярҙары

Дыуандар тамғаһы
Дыуандар тамғаһы

Дыуан (Дыуанай) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һәм көнсығыш диалектының әй һөйләштәренә ҡарай.

Ж. Ғ. Кейекбаев фаразы буйынса, [а] өнөнөң [у] өнөнә күсеү ҡағиҙәһе нигеҙендә «дыуан» һәм «табын» этнонимдары бер-береһенә тап килә: дауан > табын > дыуан. Р. Ғ. Кузеев фекеренә ярашлы, «дыуан» этнонимы монголдарҙың дурбан (dörben) ҡәбиләһе атамаһынан барлыҡҡа килә: дурман >дурбан > дыуан. Әммә дыуан һәм дурман ҡәбиләләре төрлө сығышлы айырым ҡәүем булғанлыҡтан, «дыуан» һәм «дурман» этнонимдары бер-береһенә тап килмәй. «Дыуан» башҡорт этнонимы Алтын Урҙала һәм ул тарҡалғандан һуң барлыҡҡа килгән дәүләттәрҙә (Ҡырым, Себер һәм Ҡазан ханлыҡтарында, Нуғай Урҙаһында) социаль термин булараҡ ҡулланылған. Был социаль термин «диван» ғәрәп һүҙенән барлыҡҡа килгән, ул мосолман илдәрендә башҡарма орган (канцелярия, ведомство) тип аңлатылған.

«Дыуан» этнонимы шулай уҡ ҡаҙаҡтар (джуван), ҡырғыҙҙар (дубан) һәм үзбәктәрҙең (дувана) составында теркәлгән. Риүәйәттәргә ярашлы, дыуандарҙың ата-бабаһы Ҡормый «Алтайҙан», «Иртыштан», «көньяҡтан», «Мәккә яғынан» килгән һәм башта Ыҡ йылғаһы буйында, артабан Ағиҙел йылғаһы буйында һәм һуңынан 13 улы менән Әй йылғаһы үҙәненә килеп төйәкләнгән. Дыуан-әйле ырыуы шәжәрәһе буйынса, ҡәбиләнең ата-бабаһы Майҡы бейҙең энеһе йәки Юлбуға, ә уларҙың атаһы Субра булған. Башҡа шәжәрә буйынса Юлбуға табындарҙың һәм уларҙан айырылып сыҡҡан балыҡсы, ирәкте, ҡаҙансы, ҡайпан һәм танып ырыуҙарының боронғо ата-бабаһы Майҡы бейҙең улы тип күрһәтелә. Әммә табын шәжәрәләрендә Майҡы бейҙең атаһы тип Төмән бей иҫәпләнә, ә Юлбуға бөтөнләй телгә алынмай. Был факт һәм шулай уҡ этнография материалдары дыуан һәм табын ҡәбиләләренең туғандаш, ләкин айырым берләшмәләр икәнен дәлилләй. Тарихтарының тәүге этаптарында башҡорттарҙың табын, дыуан, ирәкте, балыҡсы, танып, ҡаҙансы һәм ҡайпан ҡәбиләләренең ата-бабалары этник яҡтан туған булған төркөмдө тәшкил иткән. Шулай итеп, дыуандар башҡорт табындары араһында айырым ырыу булы ойошҡан.

↪ д а у а м ы…